+21 °С
Болотло


Башҡортостанда 25 апрелдән 5 июнгә тиклем, балыҡ тотоу ваҡытлыса тыйыла. Был осорҙа ыуылдырыҡ сәскән урындарҙан тыш, ҡармаҡ менән балыҡ тоторға мөмкин.
Балыҡ тотоу тәүлек нормаһы - бер балыҡсыға 5 килограмдан артыҡ булмаҫҡа тейеш.
Экология министрлығында белдереүҙәренсә, ике ай дауамында һыу ятҡылыҡтарын тикшереү көсәйтеләсәк. Тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙған өсөн ике меңдән биш мең һумға тиклем штраф билдәләнгән.