Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Апрель 2022, 14:47

Вәлиева Путинға рәхмәт әйтте

Тыуған көндә һәр кемгә Президент ҡулынан бүләк алыу тәтемәй.

Вәлиева Путинға рәхмәт әйттеВәлиева Путинға рәхмәт әйтте
Вәлиева Путинға рәхмәт әйтте

Команда ярыштарында Олимпиада чемпионы, фигуралы шыуыусы Камила Вәлиева Рәсәй президенты Владимир Путинға спортсыларға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте.

Путин 26 апрелдә Пекиндағы ҡышҡы Олимпиадала еңеүселәргә, шул иҫәптән 16 йәшлек Вәлиеваға дәүләт наградалары тапшырҙы.

«Беҙҙең менән осрашыу өсөн ваҡыт тапҡанығыҙға бик шатбыҙ. 16 йәшем тулған көндө Рәсәй президенты ҡулынан дәүләт наградаһын алыу минең өсөн оло бәхет. Спортты яратыуығыҙ һәм беҙгә ярҙам итеүегеҙ өсөн рәхмәт», - тине Вәлиева.

Бөтә Олимпиадаға әҙерлек осоронда спортсылар өсөн «мөмкин булғандың барыһы ла эшләнде», тип билдәләне фигурист Виктория Синицина. Уның һүҙҙәренсә, «Пекиндағы Олимпиада» еңел булманы, әммә спортсылар өйҙәренә миҙалдар менән ҡайтыуына ҡыуанып бөтә алмай.

Фото: https://yandex.ru/images/search?text=Валиева%20поблагодарила%20Путина%20за%20л&from=tabbar

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас