Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
27 Апрель 2022, 08:52

«Салават Юлаев» бер нисә хоккейсы менән хушлаша

Уйынсыларҙың Өфө командаһы өсөн сығыш яһау тәжрибәһе төрлө.

«Салават Юлаев» бер нисә хоккейсы менән хушлаша«Салават Юлаев» бер нисә хоккейсы менән хушлаша
«Салават Юлаев» бер нисә хоккейсы менән хушлаша

«Салауат Юлаев» системаһы йәштәре өс һаҡсы менән хушлаша. «Толпар»ҙың матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, оборона уйынсылары Александр Ермолаев, Асҡар Ибраһимов һәм Павлов Семёнов менән контрактты оҙайтмаҫҡа ҡарар ителгән.

Өс хоккейсының һуңғыһы ғына Йәштәр хоккей лигаһында ярайһы уҡ тәжрибәгә эйә. Уның активында 110 матч, 4 шайба һәм 17 һөҙәмтәле тапшырыу яһаған. Шулай уҡ һаҡсы «21» һәм 22 минутлыҡ штраф күрһәткесен йыйған.

Ермолаевҡа килгәндә, ул 12 уйында ғына ҡатнашҡан, протоколдарҙа 1 һөҙөмтәле тапшырыу һәм 2 штраф минуты менән билдәләнгән. Ибраһимовтың 5 осрашыуы өсөн файҙа күрһәткесе - «-2».

Фото: https://yandex.ru/images/search?cbird=5&rpt=imageview&redircnt=1651051645.1&url=https%3A%2F%2Favatars.mds.yandex.net%2Fget-images-cbir%2F400658%2Fj9EipVNxE4OITH7wOh6EKw1645%2Forig&cbir_id=400658%2Fj9EipVNxE4OITH7wOh6EKw1645

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас