

Хөкүмәт Рәсәй президенты ҡушыуы буйынса «Ауыл табибы» һәм «Ауыл фельдшеры» программаларын киңәйтә. Хәҙер был программала медицина юғары уҡыу йортон һәм колледждарҙы тамамлап, тыуған ауылдарына ҡайтып эшләгәндәр ҡатнаша ала.
Был хаҡта хөкүмәт ултырышында Рәсәй Федерацияһы премьер-министры Михаил Мишустин белдерҙе.
"Бындай йәш табиптарға бер тапҡыр бер миллион ярым һум түләнә. Фельдшерҙарға, акушеркаларға һәм шәфҡәт туташтарына - 500-ҙән 750 мең һумға тиклем. Был аныҡ урынға бәйле», - тине ул. Алыҫ Көнсығышта, Алыҫ Төньяҡта йәки Арктикала эшләгәндә компенсациялар тағы ла юғарыраҡ буласаҡ - табиптар өсөн 2 миллион һумға тиклем, урта медицина персоналы өсөн - 1 миллион һум. Өс йыллыҡ бюджетта йыл һайын ошондай ауыл программалары буйынса бөтә белгестәргә түләүҙәр биреү өсөн 6 миллиард һум самаһы аҡса ҡаралған, тип өҫтәне Мишустин.