Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Апреля 2022, 12:38

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡырау төшөүе көтөлә.

Баҡсағыҙҙағы йәшелсәләреҙе ҡаплап ҡуйырға тырышығыҙ.

Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡырау төшөүе көтөлә.Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡырау төшөүе көтөлә.
Башҡортостанда алдағы көндәрҙә ҡырау төшөүе көтөлә.

Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ял һәм байрам көндәрендә республикала һалҡын һауа торошо көтөлә. Уртаса һауа температураһы норманан 1-2 градусҡа түбәнерәк була. Республиканың төньяҡ райондарынан һалҡын һауа массаһының үтеп инеүе көтөлә.

«Төндә республиканың күпселек өлөшөндә ер өҫтөндәге һәм тупраҡтағы һауа температураһы 0,-5 градусҡаса түбәнәйә, урыны менән +1,+6, көндөҙ иһә +10, +16, ә 2 майҙа +8,+13 градус була»,  — тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк.

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, тип белдерҙе метеорологтар. 2 майға ҡарай төндә республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас