+21 °С
Болотло


1 майҙан социаль түләүҙәрҙән кредит буйынса бурыстарҙы иҫәптән сығарыуҙы тыйған закон нормаһы үҙ көсөнә инә. Кредиторҙар бурысты пособиелар иҫәбенән заемсының яҙма ризалығы булған осраҡта ғына түләтә ала. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, бурыслы ике аҙна эсендә был ҡарарҙы кире алып аҡсаһын ҡайтара ала.
Бынан тыш, 1 майҙан 8-17 йәшлек балаларға пособиеға ғаризалар Рәсәй Пенсия фондына ебәрелә башлай. Урындағы халыҡ аҡсаны апрель һәм май айҙары өсөн аласаҡ. Түләүҙәрҙең суммаһы 5-10 мең һум тәшкил итәсәк.
Шулай уҡ 26 майҙан Рәсәй хөкүмәте процедураны оптималләштереү өсөн экспортҡа оҙатылған тауарҙар исемлеген төҙөй.