Шоңҡар
+21 °С
Болотло

Башҡорт уғы Якубовичҡа тейҙе

.

Башҡорт уғы Якубовичҡа тейҙеБашҡорт уғы Якубовичҡа тейҙе
Башҡорт уғы Якубовичҡа тейҙе

«Мөғжизәләр яланы» тапшырыуы алып барыусыһы Леонид Якубовичҡа башҡорт уғы һәм уҡ һабағы тапшырҙылар, тип хәбәр итә «Башинформ».

Бүләкләүселәр - Дүртөйлө балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Гөлназ Әбдекәримова һәм «Кая» этно-рок төркөмө ағзалары. Музыканттар шоуҙа йыр менән стилләштерелгән милли кейемдәрҙә сығыш яһаны.

Гөлназ Әбдекәримова, баҫма мәғлүмәттәре буйынса, «Мөғжизәләр яланы»нда ҡатнашыуға ике йыл элек ғариза биргән, 2022 йылдың мартында уға тапшырыуға  саҡырыу килгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, апрелдә сарала Стәрлетамаҡта йәшәүсе Оксана Петрусева ла ҡатнашты. Оксана «Мөғжизәләр яланы»нда  30 йыл элек тәүге тапҡыр ҡатнашҡан булған.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас