Шоңҡар
+24 °С
Дождь

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы башланыуы менән ҡотланы

Радий Хәбиров барыһына ла бәхет, изгелек, һаулыҡ, һәр кемдең күңелендә тыныслыҡ булыуын теләне.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы башланыуы менән ҡотланыРадий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы башланыуы менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы башланыуы менән ҡотланы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров урындағы халыҡты Ураҙа байрамы менән ҡотланы һәм уның мосолмандарҙа иң изге, боронғо байрамдарҙың береһе булыуын билдәләне.

«Беҙ ҡулға-ҡул тотоношоп, күп быуаттар дауамында республикабыҙ һәм бөйөк Рәсәй именлеге хаҡына эшләйбеҙ. Бер-беребеҙҙең мәҙәниәтен һәм йолаларын ҡәҙерләйбеҙ, балаларҙы ла шуға өйрәтәбеҙ. Ата-бабаларыбыҙ васыят иткән тыныслыҡты һәм берҙәмлекте һаҡлайбыҙ. Дуҫлығыбыҙ, дөйөм яҙмышыбыҙ менән ғорурланабыҙ», - тип яҙҙы республика етәксеһе ҡотлауында.

Радий Хәбиров барыһына ла бәхет, изгелек, һаулыҡ, һәр кемдең күңелендә тыныслыҡ булыуын теләне.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас