+21 °С
Болотло


Һуңғы тәүлектә Башҡортостан аграрийҙары 120 мең гектарҙан ашыу майҙанға сәсте. Был хаҡта үҙенең телеграм-каналында республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Барыһы 520 меңдән ашыу гектарҙа яҙғы сәсеү үткәрҙек - был пландарыбыҙҙың дүрттән бер өлөшө», - тип өҫтөнә төбәк етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы республикала биш климат зонаһының һәм һәр сәсеүҙең үҙенең графигы буйынса барыуын хәтергә төшөрҙө. Миҫал өсөн, яҙғы культураларға бүленгән майҙандарҙың яртыһынан ашыуын Ауырғазы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында сәскәндәр, был билдәгә Әлшәй һәм Мәләүез райондары яҡынлашалар.