+21 °С
Болотло


Өфө мэры Ратмир Мәүлиев май ялдарында Башҡортостандың Нөгөш йылғаһы буйлап һалда ағып төштө. Был хаҡта чиновник үҙенең социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә белдерҙе.
Сәйәхәт барышында Мәүлиев Күперле шарлауығына булған. Баш ҡала хакимиәте башлығы үҙенең сәхифәһендә Башҡортостандың тәбиғәтенә һоҡланыу белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, тәбиғәт уның өсөн «илһам һәм көс биреү сығанағы» булып тора.