+24 °С
Ямғыр


«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, 3 июндән "NordStar" исемендәге авиакомпания Өфөнән Сочиға яңы рейстар аса. Пассажирҙар уңайлы "Boeing 737-800" самолеттарында осасаҡ. План буйынса, самолет һәр йома һайын 15:10 сәғәттә оса һәм Сочиға урындағы ваҡыт менән 16:35 сәғәттә килеп етә. Кире йүнәлештәге осош та йома көндәрендә ойошторола. Самолет 17:35 сәғәттә оса, Өфөгә урындағы ваҡыт менән 23:10 сәғәттә килә.
Юлға 3 сәғәт 35 минут ваҡыт китәсәк.