Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең льготалы ипотеканы түбәнәйтелгән ставка буйынса алыу мөмкинлеге бар

Дәүләт башлығы әйтеүенсә, бындай ҡарар рәсәйҙәр өсөн торлаҡ һатып алыуҙы уңайлыраҡ итергә һәм төҙөлөштө дәртләндерергә тейеш.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙең льготалы ипотеканы түбәнәйтелгән ставка буйынса алыу мөмкинлеге бар
Башҡортостанда йәшәүселәрҙең льготалы ипотеканы түбәнәйтелгән ставка буйынса алыу мөмкинлеге бар

Документҡа ярашлы, льготалы ипотека программаһы буйынса процент ставкаһы 12 проценттан 9 процентҡа тиклем кәметелә, ә ул 2022 йылдың аҙағына тиклем оҙайтыла.

Программаның ҡалған параметрҙары элеккесә ҡалған. Льготалы ипотека ярҙамында ғаиләләр яңы төҙөлгән йорттарҙа фатир, шәхси йорт төҙөй йәки шәхси йорт һалыу өсөн ер участкаһы һатып ала аласаҡ.

Башҡортостанда кредиттың максималь күләме - 6 миллион һум, тәүге иғәнә 15 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш. Льготалы һәм баҙар ставкаһы араһындағы айырманы банктарға дәүләт ҡаплай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ил президенты Владимир Путин апрель аҙағында льготалы ипотека ставкаһын кәметеү һәм программаның ғәмәлдә булыу ваҡытын оҙайтыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Дәүләт башлығы әйтеүенсә, бындай ҡарар рәсәйҙәр өсөн торлаҡ һатып алыуҙы уңайлыраҡ итергә һәм төҙөлөштө дәртләндерергә тейеш.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: