Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

БР Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Герой йондоҙо" спектакленең премьераһы буласаҡ

Әйткәндәй, Бөйөк Еңеү көнөндә билеттарҙы акция буйынса ташлама менән алырға була.

БР Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Герой йондоҙо" спектакленең премьераһы буласаҡ
БР Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Герой йондоҙо" спектакленең премьераһы буласаҡ

БР Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында 6, 7 һәм 9 май көндәрендә "Герой йондоҙо" спектакленең премьераһы була. Ул 22 йәшендә батырлыҡтары менән юғары наградаларға лайыҡ булған осоусы-штурмовик, 2 тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәевтың ауыр һуғыш юлдарын үтеүе, ғүмерлек мөхәббәтен осратыуы, батырлыҡтары тураһында буласаҡ.

Әйткәндәй, Бөйөк Еңеү көнөндә билеттарҙы акция буйынса ташлама менән алырға була.

Спектаклдең режиссеры - Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина, авторҙары - Фәрит Әхмәҙиев һәм Ольга Мусина. Төп ролде йәш актер Әбйәлил Үтәбаев уйнаясаҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: