Өфөлә ипотекаға фатир һатып алғаныбыҙға 5 йыл. Тәүге йылдарҙа билде биштән быуып, арыу ғына түләнек. Аңлайһығыҙҙыр, бюджет өлкәһендә эшләгән кешегә еңелдән түгел. 3 баланы ашатырға, кейендерергә лә кәрәк, фатирға түләү ҙә юғары. Тормош иптәшем ҡыҫҡартыуға эләккәс, хәл ҡатмарлашты. Ваҡытында түләй алмай башланыҡ, проценттар йыйылды. Банктан шылтыратыуҙар йышайҙы, яуап биреүҙән ҡаса башланыҡ, тыныслыҡ бөттө.
Бындай хәлдә күп балалы ғаиләләрҙе яҡлай торған закон юҡмы икән? Ни эшләргә беҙгә? Сабир ҠӘЙЕПҠОЛОВ.
Әлбиттә, был хәлдең төбөнә ныҡлап төшөнмәйенсә аныҡ яуап биреү ҡатмарлы. Шулай ҙа ышаныслы итеп әйтә алам: түләй алмаған осраҡта банк фатирҙы тартып алыуы ихтимал. Сөнки шарттарҙы үтәү өсөн ҡул ҡуйылған, килешелгән. Әлеге фатир берҙән-бер торлаҡ булһынмы, ун балаң бармы – ҡарап тормайҙар.
Иң отошлоһо: банк шылтыратыуҙарынан ҡасмаҫҡа. Тулыһынса түләй алмаған хәлдә лә, ниндәйҙер кимәлдә индереп тора алаһығыҙҙыр, шулаймы? Киреһенсә, банктан хәлгә инеүҙе һорарға кәрәк. Йәғни һәр кеше кредитын ике тапҡыр рефинанслау хоҡуғына эйә. Банк ипотеканың ай һайын түләү хаҡын ваҡытлыса кәметеп тора ала тигәнде аңлата был. Күпмелер осор түләмәһәң дә, көтөп тороуы ихтимал.
Күптәр уйлағанса, банкротҡа сығыу ғына был хәлдән ҡотҡармай. Банкрот булған хәлдә лә, фатир тартып алына. Бары бер осраҡта банктың фатирҙы тартып алыу хоҡуғы юҡ. Мәҫәлән, бер егет 3 миллион һумға фатир һатып алып, уның өсөн айына 40 мең һум түләй ине. Эшһеҙ ҡалыу сәбәпле ике ай түләй алмағас, штрафтары менән 85 мең һум бурысы йыйылған. Законда бер ҡыҙыҡлы пункт бар: бурыстың дөйөм кимәле фатир хаҡынан 5 проценттан әҙерәк булһа һәм түләмәгән ваҡыт өс айҙан кәмерәк икән, банк фатирҙы тартып алмай. Тап шуға ла егеттең мәсьәләһе ыңғай хәл ителде.
Ипотеканы ай һайын һуңлатмай түләп барырға теләгәндән һәм башҡа сығымдарым да булғас, бер нисә урындан ваҡ кредит алыу менән мауығып киттем. Бер банктыҡын ҡаплар өсөн икенсе урынға йүгереү осраҡтарым йышайҙы. Сыҙар әмәл ҡалманы, был соҡорҙан нисек сығырға? Банкрот ҡотҡара ала тип ишеткәйнем, шул дөрөҫмө?
Рәжәп ВАХИТОВ.
Бурысығыҙ 50 меңдән 500 мең һумғаса икән, күп функциялы үҙәк аша бушлай, судһыҙ ғына банкрот юллау хоҡуғына эйәһегеҙ. Шулай уҡ суд приставтары һеҙҙең бурыстарҙы түләү өсөн аҡсағыҙ һәм мөлкәтегеҙ юҡ тигән ҡарар сығарырға тейеш.
Бурыс 500 мең һумдан артһа, арбитраж суд аша банкротҡа бирергә мөмкин. Был да анһат эш түгел. Бының өсөн һеҙҙең бар мөлкәтте һанап сығасаҡтар. Алтындарығыҙ, автомобиль, ер, баҡса, гаражмы… Әгәр фатирығыҙ берәү генә икән – һанамайҙар. Артабан быларҙы һатыуға ҡуялар. Сумма йыйылғас, ошо бурысы ҡаплана, ә артып ҡалғаны ҡулға бирелә. Был процедуралар өсөн кеҫәнән айына кәмендә 25 мең һум аҡса сығарып һалырға тура киләсәк. Шуға күрә иң отошлоһо – ай һайын түләп барырға тырышыу.
Руслан БИККИНИН, юрист.
Гөлсинә ЙОСОПОВА әҙерләне.