Шоңҡар
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандан медицина колледжы студенты "WorldSkills" чемпионатының финалына үтте

Яҡташыбыҙҙы ҡотлайбыҙ һәм финалда уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Башҡортостандан медицина колледжы студенты "WorldSkills" чемпионатының финалына үтте
Башҡортостандан медицина колледжы студенты "WorldSkills" чемпионатының финалына үтте

Һайлап алыу ярыштарында республикабыҙ исеменән Бөрө медицина колледжы студенты Элен Басырова ҡатнашты һәм ул башҡа ҡатнашыусыларҙан яҡшыраҡ сығыш яһаны. Ошо хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Ярыштар 19-24 апрелдә Коми республикаһында Морозов исемендәге Сыктывкар медицина колледжы базаһында үтте. «Фармацевтика» компетенцияһы буйынса Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 17 дәғүәсе сығыш яһаны. 

Ярыш йомғаҡтары буйынса Басирова «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) милли чемпионатының финалына үтте. Финал ярыштары быйыл 8-10 сентябрҙә Саранскиҙа (Мордовия Республикаһы) үтәсәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: