

11-13 майҙа «Берҙәм Рәсәй»ҙең Өфөләге төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә, шулай уҡ республика ҡалаларында һәм райондарында урынлашҡан урындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләрендә өлкән быуын граждандарын ҡабул итеү аҙналығы ойошторола, тип хәбәр итә «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте.
Был көндәрҙә кешеләр РФ Дәүләт Думаһы һәм БР Дәүләт Йыйылышы депутаттарына, республика министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәренә һорауҙар бирә аласаҡ.
Мәҫәлән, 12 майҙа тематик аҙна сиктәрендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ: ихата биләмәләрен төҙөкләндереү, подъездарҙы ремонтлау, тышҡы яҡтыртыу системаларын яҡшыртыу, шулай уҡ идара итеүсе компанияларҙың эше, түләүҙәр иҫәпләү һәм коммуналь хеҙмәттәрҙең сифаты темалары буйынса ҡабул итеү ойошторола.
Алдан яҙылыу һәм өҫтәмә мәғлүмәт алыу өсөн (347) 226 78 28 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин. Мөрәжәғәтте Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 73 адресы буйынса почтаға ла ебәрергә мөмкин.
Фото: https://yandex.ru/images/search?cbir_id=1531676%2FHFUljuHF4M19ff1eQpAAcg7298&pos