Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә хәрби техника һәм ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе эшләй башланы

Иң мөһиме, бөтә экспонаттарҙы ла тиерлек тотоп ҡарарға, руль артында ултырырға мөмкин буласаҡ.

Өфөлә хәрби техника һәм ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе эшләй башланы
Өфөлә хәрби техника һәм ретро-автомобилдәр күргәҙмәһе эшләй башланы

Башҡортостандың баш ҡалаһында Рус драма театры алдындағы майҙанда Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы хәрби техника һәм шәхси коллекцияларҙан ретро-автомобилдәр экспозицияһы ойошторолдо.

Бөгөн һәм иртәгә Өфөнөң төрлө йәштәге кешеләре хәрби машиналарҙың ғына түгел, совет тарихының бынан алдағы һәм унан һуңғы осорондағы автомобилдәрҙең дә раритет даналарын үҙ күҙҙәре менән күрә ала.

Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы 30 ретро-автомобилдән торған күргәҙмә асыла, уларҙың күбеһе йөрөй ҙә. Иң мөһиме, бөтә экспонаттарҙы ла тиерлек тотоп ҡарарға, руль артында ултырырға мөмкин буласаҡ.

Автомобилдәр күргәҙмәһе бөгөн көндөҙгө сәғәт 2-лә башланды һәм 9 майҙа төнгө 11-ҙә тамамланасаҡ. Еңеү көнөндә Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында ялан кухняһы эшләйәсәк.

Фото: https://resbash.ru/news/den_pobedi/2022-05-08/v-ufe-zarabotala-vystavka-voennoy-tehniki-i-retro-avtomobiley-2797191?utm_source=yxnews&utm_medium=deskto

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: