Шоңҡар
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хәйбулла районында юл фажиғәһендә йәш ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

Әле Дәүләт автоинспекцияһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Хәйбулла районында юл фажиғәһендә йәш ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән
Хәйбулла районында юл фажиғәһендә йәш ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән

8 майҙа төнгө сәғәт өс тирәһендә Башҡортостандың Хәйбулла районында юл-транспорт ваҡиғаһында йәш ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Был хаҡта республика ЮХХДИ хәбәр итте.

Авария Сибай-Аҡъяр трассаһының 65-се саҡрымында булған. Юл полицияһы мәғлүмәттәре буйынса, Йылайыр районында йәшәгән 24 йәшлек ир идара итеү һәләтен юғалтҡан, һөҙөмтәлә машина юл ситенә осҡан һәм әйләнгән.

Пассажир урынында ултырған 24 йәшлек ҡыҙ алған йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Тағы ла бер пассажир - 32 йәшлек ҡатынға табиптар ярҙамы талап ителгән.

Әле Дәүләт автоинспекцияһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: