+22 °С
Ямғыр


Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы «Агротуризм» гранттарына конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башланы. Туристарҙы ҡабул итеү һәм эргә-тирә биләмәләрҙе төҙөкләндереү, күңел асыу инфраструктураһын булдырыу, туристик ҡорамалдар, кәрәк-яраҡтар һатып алыу өсөн биналар төҙөү йәки ремонтлау проектын тәҡдим иткән бәләкәй бизнес вәкилдәре ярҙам ала аласаҡ. Гранттың максималь суммаһы - 10 миллион һум, ярҙам күләме үҙ аҡсаңдың күләменә бәйле, тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола.
Ғаризалар 16 майҙан 20-һенә тиклем ҡабул ителә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218-05-64, 8 (347) 218-05-26.