Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөнөң почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы артты

Почтала эшләү яуаплы ғына түгел, уңайлы ла булырға тейеш.

Өфөнөң почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы артты
Өфөнөң почта бүлексәләре хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы артты

Башҡортостанда апрелдән Өфөнән меңгә яҡын операторҙың, почтальондың, бүлексә етәкселәренең һәм начальник урынбаҫарҙарының эш хаҡы артҡан. Рәсәй почтаһы уларҙың окладын уртаса 22 процентҡа күтәрҙе.

«Компания стратегияһы табышта теләһе ниндәй прогрессты күҙ уңында тота, табышыбыҙҙың һәр артыуына, тәү сиратта, бүлексәләрҙә һәм логистик объекттарҙа, маршруттарҙа хеҙмәткәрҙәрҙең эш хаҡын арттырыуға йүнәлтәсәкбеҙ. Почтала эшләү яуаплы ғына түгел, уңайлы ла булырға тейеш», - тип белдерҙе «Рәсәй почтаһы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Максим Акимов.

Бынан алда Рәсәй почтаһы 2022 йылдың ғинуарында үҙенең 136 000 хеҙмәткәре өсөн, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында минималь окладтарҙы арттырҙы. Төбәктә 4 500-гә яҡын кешегә үҙгәрештәр индерелгән, уларҙың 90 проценты - почтальондар, операторҙар һәм сорттарға айырыусылар, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=работники%20почты%20уфа&pos=24&img_url=https%3A%2F%2Fsun1-27.userapi.com%2F-gnPmVkDnkFaPLCOluHsodK-MmmF52ls54qBRg%2FiIbahIFvIjY.jpg&rpt=simage

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: