Шоңҡар
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

Лев Лещенко һәм Николай Басков - Башҡортостандың халыҡ артистары

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Лев Лещенкоға һәм Николай Басковҡа республиканың халыҡ артисы исемдәрен тапшырҙы. 

Рәсәй эстрадаһы йондоҙҙары республикаға төбәк башлығының инициативаһы буйынса Еңеү көнөнә арналған концертта сығыш яһарға килде. Өфөлә «Торатау» конгресс-холы амфитеатры майҙансығында өс сәғәтлек концерт уҙҙы.

- Барыһын да Еңеү көнө менән ихлас ҡотлайым! - тине төбәк етәксеһе, концерт тамашасыларын сәләмләп. - Бөгөн беҙ илебеҙҙе һаҡлаған ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алырға һәм Украинала хәрби хеҙмәтен үтәгән егеттәребеҙгә терәк булыр өсөн йыйылдыҡ.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Донецк Халыҡ Республикаһы башлығы Денис Пушилинды ҡотланы. Ул 9 майҙа тыуған көнөн билдәләй. Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған байрам саралары сағыу салют менән тамамланды.

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=лев%20лещенко%20и%20николай%20басков&pos=2&img_url=https%3A%2F%2Ftdnu.ru%2Fwp-content%2Fuploads%2F2022%2F05%2Flev-leshchenko-poluchili-zvanie-.jpg&rpt=simage

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: