Шоңҡар
-3 °С
Облачно

Яҡташыбыҙ Рәсәй Кубогында еңеү яуланы

Бының өсөн Ғәҙелшинаға 33 минут 55 секунд ваҡыт кәрәк булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Яҡташыбыҙ Рәсәй Кубогында еңеү яуланыЯҡташыбыҙ Рәсәй Кубогында еңеү яуланы
Яҡташыбыҙ Рәсәй Кубогында еңеү яуланы

Башҡортостан спортсыһы Альбина Ғәҙелшина 10 000 метрға йүгереүҙә Рәсәй Кубогында еңеүсе булды. Алты саҡрымдан һуң ул Мәскәүҙең «Салют Гераклион» стадионында ярышташтарын артта ҡалдырҙы һәм турнирҙың төп трофейын яуланы. Бының өсөн Ғәҙелшинаға 33 минут 55 секунд ваҡыт кәрәк булды.

Көмөш миҙалды Светлана Симакова (Мәскәү) алды – 34:03.30. Өсөнсө урында Дина Александрова (Курск өлкәһе) – 34:04.95.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас