Шоңҡар
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Баймаҡ районың Беренсе Төркмән ауылында янғын һүндереү часы асылды

Быйыл барыһы ла һәйбәт булыр тип өмөт итәм.

Баймаҡ районың Беренсе Төркмән ауылында янғын һүндереү часы асылды
Баймаҡ районың Беренсе Төркмән ауылында янғын һүндереү часы асылды

 14 майҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районына сәфәре барышында Беренсе Төркмән ауылында янғын һүндереү часын асыу тантанаһында ҡатнашты, янғындарҙы һүндереүҙә әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

– Бөгөн барыбыҙ өсөн дә шатлыҡлы ваҡиға, – тине Радий Фәрит улы. – Был – ҙур биләмәнең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә бер аҙым. Һәр ҡотҡарыусыға, янғын һүндереүсегә оло рәхмәтемде әйтергә килдем. Үткән йәй һеҙгә еңелдән булманы. Тәбиғәттәге янғындарҙы һүндерешкәнегеҙ өсөн, уттың ауылдарға таралыуына юл ҡуйманығыҙға ҙур рәхмәт. Быйыл барыһы ла һәйбәт булыр тип өмөт итәм.

Радий Фәрит улы шулай уҡ янғын һүндереү часы бинаһын ҡарап сыҡты, техника менән танышты.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: