

Октябрьский ҡалаһында БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған XXI республика Ҡурай байрамының еңеүселәре билдәләнде. Сара Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы сиктәрендә уҙғарылды.
Конкурстың гран-приһын Учалынан Тәфтизән Зәйнышев яуланы.
I дәрәжә лауреат исеменә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия интернатының Әҙһәм Искужин исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Өфө ҡалаһы), Буранбай-сәсән исемендәге ҡурайсылар ансамбле (Баймаҡ районы), «Яйыҡ» ҡурайсылар халыҡ ансамбле (Учалы ҡалаһы), Рөстәм Хәбиров (Туймазы ҡалаһы), Иршат Дауытов (Ғафури районы), Айнур Собханғолов (Федоровка районы) һәм Вилдан Дәүләтбирҙин (Өфө ҡалаһы) лайыҡ булды.
Дөйөм алғанда, был бәйгелә ҡурайҙа уйнау оҫталығында Башҡортстандан һәм Силәбе өлкәһенән 334 музыкант, шул иҫәптән 93 солист һәм 22 коллектив көс һынашты.
«Ҡурай, башҡорт халҡының символы булараҡ, эргәһенә башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаусыларҙы туплай. Был уйын ҡоралы республикабыҙҙың гербында һәм флагында һүрәтләнгән. Ул — ата-бабаларыбыҙҙың яҡты иҫтәлеген һәм Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе күп милләтле халыҡтын дуҫлығын аңлата,» — тип билдәләп үтте Башҡортостан республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
Мәғлүм булыуынса, беренсе тапҡыр республикала Ҡурай байрамы 2001 йылда уҙғайны. Ул ЮНЕСКО программаһы сиктәрендә башҡорт халыҡ уйын ҡоралдарында башҡарыу традицияларын үҫтереү һәм йәштәр араһында иң талантлы башҡарыусыларҙы асыҡлау маҡсаты менән ойошторолғайны.
"Ҡоролтай" төркөмөнән.