

Дуҫтар, ватандаштар, милләттәштәр!
Ниһайәт, Өфөбөҙҙә "НУР"театры янында Башҡортостан бөркөтө Даян Мурзинға һәйкәл астылар, тик ул, үкенескә ҡаршы,ғәфү итегеҙ тура һүҙем өсөн,иптәштәр, 40 милләтле 1-се Ян Жижка бригадаһы менән командалыҡ иткән, партизандар менән словак,чех,немец телдәрендә аралашҡан, биш тапҡыр яраланған, үҙен тотоу өсөн иң оҫта,иң тәжрибәле агенттар ташлап та, тере килеш эләктерә алмаған сая, батыр, аҡыллы һәм ҡуш йөрәкле Яҡташыбыҙға бөтөнләй оҡшамаған. Батыр йөҙөндә һәм һынында әлеге мин һанап киткән салыҡ,тәүәккәллек һыҙаттары,килешегеҙ, юҡ бит?! Уны белгәндәр,яҡташтары һәм сит ил кешеләре көлөр бит?
Минеңсә,был хатаны мотлаҡ төҙәтергә кәрәк, һәм йөҙ йылға бер тыуған Башҡортостан батырҙарының һынын ҡойоусыларҙы КОНКУРС нигеҙендә һайлап алырға кәрәк!
Хөрмәтле скульпторға мотлаҡ үҙе һүрәтләйәсәк батыр хакында белеү, уҡыу ҙа кәрәк булыр,сөнки үҙең һынландырасаҡ геройыңдың тормошон,холҡон, кешелек сифаттарын,батырлыҡтарын белмәйенсә уны нисек һынландырмаҡ кәрәк?! Кемдәр ошо фекерҙәр менән риза, яҙығыҙ, ҡурҡмайынса ҡарашығыҙҙы белдерһәгеҙсе!
Ихтирам менән,ун йыл Даян Мурзиндың партизан эҙҙәре буйынса йөрөгән,халык менән аралашҡан, Ян Жижка бригадаһының яу юлдарын өйрәнеп китапханаларҙа, архивтарҙа ултырған һәм Башҡортостан халҡына батыр хаҡында очерктар,мәҡәләләр әҙерләп ебәргән яҡташығыҙ,Миләүшә Годбодь(Ҡолмөхәмәтова).
https://vk.com/id420329558