Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр

Башҡортостан һәм Үзбәкстан төрлө өлкәлә тығыҙ хеҙмәттәшлеккә әҙер

Радий Хәбиров әйтеүенсә, Ташкентта асылған офис беҙҙең эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк.

Башҡортостан һәм Үзбәкстан төрлө өлкәлә тығыҙ хеҙмәттәшлеккә әҙерБашҡортостан һәм Үзбәкстан төрлө өлкәлә тығыҙ хеҙмәттәшлеккә әҙер
Башҡортостан һәм Үзбәкстан төрлө өлкәлә тығыҙ хеҙмәттәшлеккә әҙер

Бөгөн Башҡортостан делегацияһы Үзбәкстанға эш сәфәре барышында Ташкент ҡалаһында Еңеү паркында булды. Республика вәкилдәре Мемориаль комплексҡа сәскә һалды, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алды. Республика Башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, Үзбәкстанда Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары хаҡында хәтер ҡәҙерләп һаҡлана.

Бөгөн Ташкент ҡалаһында Рәсәйҙең Үзбәкстандағы сауҙа вәкиллеге янындағы Башҡортостан  вәкиле офисы эш башланы.  Рәсәйҙең сауҙа вәкиле Константин Злыгостев.

Бөгөн Республика Башлығы Радий  Хәбиров  Үзбәкстан премьер-министры Абдулла  Арипов менән осрашты. Унда машиналар төҙөү,  ауыл хужалығы өкләләрендә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәр ҡаралды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Ташкентта асылған офис беҙҙең эшҡыуарҙар өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк. Шулай фән, мәҙәниәт, мәғариф һәм туризм өлкәләрендә  хеҙмәттәшлекте  нығытыу көтөлә.

Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/176826-bashkortostan-khem-uzbekstan-terle-elkele-tygyz-khezmetteshlekke-ezer

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас