

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһына ярашлы, Балтас үҙәк район дауаханаһы Японияла етештерелгән Fujifilm VP-7000 маркалы эндоскопик комплекс алды. Хаҡы 9 миллион 200 мең һум торған ҡорамалдың сифатына һүҙ тейҙергеһеҙ, ул теүәл, аныҡ һүрәттәр алырға ярҙам итә. Яҡын фокус арҡаһында патология усаҡтарын хәҙер ике миллиметр арауығында күрергә мөмкин.
Апрель айында файҙаланыуға тапшырылған яңы заманса ҡорамалда табип-эндоскопист Салауат Ғилметдинов эшләй. “Заманса эндоскоптың тикшереүе мәғлүмәтле. Һүрәттәр аныҡ, мониторға тапшырыла. Шулай уҡ алынған һөҙөмтәне һанлы рәүешкә күсерергә мөмкин. Яңы аппарат сирҙәрҙе асыҡларға, тикшереү һәм дауалау сифатын арттырырға ярҙам итәсәк”, – ти табип.
Был проект Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан тәҡдим ителгән «Һаулыҡ һаҡлау» дөйөм дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан