Шоңҡар
+21 °С
Болотло

«Үҙемде өйгә ҡайтҡандай хис иттем»

Шулай ҙа иң мөһиме – улар бик берҙәм, башҡорт халҡының йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай, туған телен онотмай.

«Үҙемде өйгә ҡайтҡандай хис иттем»«Үҙемде өйгә ҡайтҡандай хис иттем»
«Үҙемде өйгә ҡайтҡандай хис иттем»

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Үзбәкстандағы башҡорт диаспораһы менән осрашыуҙан тәьҫораттары менән уртаҡлашты.

"Кискә ҡарай Ташкентта Башҡортостанда тыуып үҫкән яҡташтар менән осрашҡас, үҙемде өйгә ҡайтҡандай хис иттем. Үзбәкстан – күп милләтле ил. Унда төрлө халыҡтар тыныс һәм дуҫ йәшәй. Үзбәкстандағы башҡорт диаспораһы – бик көслө, татыу һәм Рәсәйҙән ситтә иң күп һанлы. Уңышҡа өлгәшкән был кешеләр Үзбәкстандың үҫеше өсөн бик күп эш башҡарған. Шулай ҙа иң мөһиме – улар бик берҙәм, башҡорт халҡының йолаларын ҡәҙерләп һаҡлай, туған телен онотмай.

Бер нисә тиҫтә йыл элек Үзбәкстанда бындай осрашыуҙар булмай торғайны. Әммә яҡташтарыбыҙ әллә ниҙәр һораманы. Уларға башҡорт телен өйрәнеүҙә ярҙам итербеҙ. Милли кейем-һалым кәрәк, ижади коллективтар менән алмашырбыҙ, оҫталыҡ дәрестәре ойошторорбоҙ."

Үзбәкстандағы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе Ринат Гуляев хәбәр итеүенсә, Ташкент ҡалаһындағы бөгөнгө сара бик йылы, матур үткән.

«Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа мин Бөтә донъя башҡорттары менән булған һөҙөмтәле эшмәкәрлегебеҙ хаҡында бәйән иттем. Башҡорт халҡын үҫтереү фонды ярҙамында бүленгән грант та Үзбәкстандағы башҡорттарҙың рухи-мәҙәни эшмәкәрлегенә бик ныҡ булышлыҡ итте. Был йәһәттән ҡыуаныслы хәбәр алдыҡ: Радий Фәрит улы артабан да Үзбәкстан башҡорттарына маҡсатлы ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне. Ғөмүмән, республика етәкселеге сит тарафта йәшәгән милләттәштәрен онотмай – был беҙгә ҙур этәргес һәм ярҙам. Мәҫәлән, бығаса төрлө йылдарҙа беҙгә милли кейем менән ярҙам иттеләр, Башҡортостан һәм Үзбәкстандың ижади коллективтары алмашлап ике төбәктә лә сығыш яһаны һәм башҡа бик күп рухи-мәҙәни саралар ойошторолдо. Һөйләшеү бик йәнле барҙы һәм һөҙөмтәле булды,» - тине Ринат Гуляев.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас