+21 °С
Болотло


Бөгөн Хәйбулланан 9 егет ил сиген һаҡларға китте. Быйылғы тәүге әрмегә оҙатыу сараһында район етәкселегенән һәм хәрби комиссариаттан вәкилдәр телмәр тотто.
Егеттәрҙең имен-аман хеҙмәт итеп тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын, ата-әсәләре йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәй, үҙҙәрен лайыҡлы тотоуҙарын теләнеләр. Район хакимиәтенән йәш һалдаттарға бүләктәр ҙә тапшырылды.
Светлана Сахно фотоһы.