Шоңҡар
+21 °С
Болотло

Зөһрә Бураҡаева: «Беҙ яҡшы сценарийҙы айыра белергә тейеш»

Бөгөнгө оҫталыҡ дәресе ошо закондарҙы белеүҙе ғәҙәти хәл итеп күҙаллаған белгестәргә йүнәлтелгән.

Зөһрә Бураҡаева: «Беҙ яҡшы сценарийҙы айыра белергә тейеш»Зөһрә Бураҡаева: «Беҙ яҡшы сценарийҙы айыра белергә тейеш»
Зөһрә Бураҡаева: «Беҙ яҡшы сценарийҙы айыра белергә тейеш»

"Ижади майҙан"дағы «Кинематография» йүнәлеше аудиторияһын урындағы телевидение хеҙмәткәрҙәре һәм мәктәп телестудияларында тәрбиәләнеүселәр тәшкил итте. Әлеге майҙансыҡтың модераторы булып кинорежиссер, Башҡортостан Республикаһы Кинематографистар союзы рәйесе Зөһрә Бураҡаева сығыш яһаны. Был юлы ул юғары сифатлы сценарийҙар әҙерләү проблемаһына мөрәжәғәт итте. 

«Педагог та, мәктәпкәсә белем биреү учрежденияһы тәрбиәсеһе лә сценарийҙарҙы яҙа, дөрөҫ төҙөй белергә тейеш. Өҫтәүенә, был оҫталыҡ дәресе мәҙәниәт йорттары етәкселәренә, хеҙмәткәрҙәренә, сараны ойоштороусылар өсөн һәр яҡтан әһәмиәтле булды», — тип билдәләне Зөһрә Диҡҡәт ҡыҙы.

Ул билдәләүенсә, тамашасыларҙың ижади тауарҙы ҡабул итеүе бер үк драматургия закондары буйынса бара. Шуға күрә улар төрлө өлкәләрҙә ҡулланыла.

«Бөгөнгө оҫталыҡ дәресе ошо закондарҙы белеүҙе ғәҙәти хәл итеп күҙаллаған белгестәргә йүнәлтелгән. Оҫталыҡ дәресе, икенсе яҡтан, үҙ эшмәкәрлегеңде, уның йүнәлеш-маҡсаттарын тикшереүгә, ижади кеше булараҡ үҙеңә башҡа ракурстан ҡарау мөмкинлеген бирә. Ул бер ҡасан да файҙаһыҙ булмай. Оҫталыҡ дәресе аныҡ материалда — ҡыҫҡа метражлы «Листок» фильмында төҙөлдө», — тине Зөһрә Бураҡаева.

Аралашыу барышында ул фильм етештереүҙең төп этаптары тураһында һөйләне, сөнки фильмды әҙерләү һәм ғәмәлгә ашырыу барлыҡ ижади проекттарға ла ҡағыла: идеянан сценарийға, әҙерләү, төшөрөү һәм башҡалар.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас