Шоңҡар
+21 °С
Облачно

Урал аръяғы райондары егеттәре әрмегә юлланды

Билдәләргә кәрәк, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус операцияларға йүнәлтелмәйәсәк.

Урал аръяғы райондары егеттәре әрмегә юлландыУрал аръяғы райондары егеттәре әрмегә юлланды
Урал аръяғы райондары егеттәре әрмегә юлланды

Әрмеләргә китә егеттәр. Баймаҡ ҡалаһы, Баймаҡ һәм Йылайыр райондары буйынса хәрби комиссариат бөгөн тантаналы шарттарҙа егеттәрҙе әрме сафына оҙатты.

Әрмегә барыу ир-егеттәр өсөн тыуған ил алдындағы бурысты ғына үтәү түгел. Намыҫ менән хеҙмәт итеп ҡайтыу –ул яҡты киләсәгеңә бер аҙым. Сөнки хәрби билет уңышлы эшкә урынлашыуға мөмкинлек бирә. Буранбай ауылынан Рафаил Шәйхисламов әрмегә ныҡлы әҙерләнеп, етди аңлап бара.

Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан тәүге оҙатыуҙа 11 егет хеҙмәткә ебәрелде. Улар белемдәренә, һаулыҡ торошона, әхлаҡи сифаттарына ҡарап илдең төрлө ғәскәрҙәренә бүленәсәк. Яҙғы саҡырыу кампанияһы 1 апрелдә старт алғайны, ул 15 июлгә тиклем дауам итә.

Был миҙгелдә ике райондан яҡынса 140 -ҡа яҡын егет Ватан алдындағы бурыстарын үтәргә юлланасаҡ. Билдәләргә кәрәк, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус операцияларға йүнәлтелмәйәсәк. Әрме – етди һынау, тормош тәжрибәһе, шуға лә һәр егет был изге ғәмәлде үтәргә тейеш.

Әлфиә Хәмитова.

Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/177078-ural-aryagy-rayondary-egettere-ermege-yullandy

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас