Шоңҡар
+21 °С
Болотло

"Уфтанма" ижадханаһы кескәйҙәрҙе асыҡ һауала спектакль ҡарарға саҡыра

Спектакль киске сәғәт 6-ла башлана.

"Уфтанма" ижадханаһы кескәйҙәрҙе асыҡ һауала спектакль ҡарарға саҡыра"Уфтанма" ижадханаһы кескәйҙәрҙе асыҡ һауала спектакль ҡарарға саҡыра
"Уфтанма" ижадханаһы кескәйҙәрҙе асыҡ һауала спектакль ҡарарға саҡыра

1 июндә "Уфтанма" башҡорт ижадханаһы Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын асыҡ һауала “Нух кәмәһе” спектаклен ҡарарға саҡыра. Сара Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөнә арнала.

Спектаклде Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актерҙары ҡуя. Улар Антарктидала йәшәгән өс пингвиндың тормошо һәм мажаралары хаҡында бәйән итәсәк.   

Тамаша "Арт-квадрат" ҡала үҙәгенең (Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 88) “Сквер” майҙансығында уҙа.

Спектакль киске сәғәт 6-ла башлана.

Инеү ирекле.

“Уфтанма” ижадханаһы балаларҙы һәм ата-әсәләрҙе тамашала көтөп ҡала һәм ҡатнашыу өсөн алдан теркәлеү үтеүҙе һорай: https://forms.gle/C9ZSVSTbEitdqXXUA .

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас