Шоңҡар
+21 °С
Облачно

Бөгөн – филологтар көнө

Хөрмәтле филологтар, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары! Һеҙ йәш быуынға телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе өйрәтеүгә ҙур көс һалаһығыҙ. Һеҙҙе байрамығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!  Һеҙгә  таҙалыҡ, түҙемлек, уңыштар теләйбеҙ. Уҡыусыларығыҙ уңыштары менән ҡыуандырһын.  Һеҙҙең алда баш эйәбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Бөгөн – филологтар көнөБөгөн – филологтар көнө
Бөгөн – филологтар көнө
Филологтар көнө — үҙненең тормош юлын, эшсәнлеген телгә бағышлаған кешеләрҙең һөнәри байрамы. Филолог — филология өлкәһендәге, йәғни тел, яҙма әҙәбиәт, текстар, ауыҙ-тел ижады аша халыҡтың мәҙәниәтен өйрәнеүсе, юғары белемгә эйә булыусы белгес. “Филология” һүҙе грек теленән тәржемә иткәндә, “телгә мөхәббәт” тигәнде аңлата. Рәсәйҙә был көн иҫке славян әлифбаһына һәм яҙыуына нигеҙ һалыусылар Кирилл һәм Мефодий исеме менән дә бәйле.
Тел кешенең аҡыл һәләтен үҫтереүҙә әһәмиәтле сара булып иҫәпләнә. Бына шуға ла тел ғилемен өйрәнеүҙең файҙаһы ҙур. Ошонан сығып, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында телдәрҙе, айырыуса туған телде уҡытыуға ныҡ иғтибар итергә кәрәк. Ә тел һағында кемдәр тора һуң? Әлбиттә, тәү сиратта ғаилә, сөнки телгә ҡыҙыҡһыныу, ихтирам ғаиләнән башлана. Артабан тел ғилеме уҡытыусылары. Улар киләсәк быуынға телебеҙҙең матурлығын еткереүсе, уға хөрмәт тәрбиәләүсе, нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен күрһәтеүсе.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас