Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Юл алыҫ тип борсолма!

Хатта йыуынып алырға мөмкин. 

Юл алыҫ тип борсолма!
Юл алыҫ тип борсолма!

Беренсе проект - иң ҙуры. Ул Белорет, Бүздәк, Стәрлетамаҡ һәм Көйөргәҙе райондарында М-5 ("Урал"), Р-240 ("Өфө-Ырымбур") һәм Өфө-Инйәр-Белорет юлдары буйлап урынлашасаҡ биш автозаправкалау станцияһын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Инвестициялар күләме бер миллирд һумдан ашыу тәшкил итәсәк. Башҡортостанда 125 яңы эш урыны булдырыласаҡ.

Икенсе проект Баймаҡ районында Сәрмән-Амангилде-Баймаҡ  юлында «Таналыҡ» ҡунаҡхана комплексын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Унда автотуҡталҡа, автойыуыу, техник хеҙмәтләндереү станцияһы, автозапчастар магазины, минибаҙар, төҙөлөш һәм супермаркет, кафе, хостел һәм кер йыуыу бүлмәһе төҙөләсәк. Инвестор проектҡа 25 миллион һум һала. Комплекс асылғандан һуң 24 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Әйткәндәй, был төҙөлөштәр “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ярашлы башҡарыла.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: