Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров хыялы хаҡында һөйләне

Бер-бер артлы быларҙың барыһын да тормошҡа ашырырбыҙ.

Радий Хәбиров хыялы хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров хыялы хаҡында һөйләне

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Ағиҙелдә йылға навигацияһын асыуҙары тураһында һөйләне. Төбәк етәксеһе барыһын да ошо ваҡиға һәм йәйҙең башланыуы менән ҡотланы.

«Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары Ағиҙел буйлап тәбиғәтебеҙ менән һоҡланып йөрөһөн өсөн мөмкинлектәр булдырылды. Артабан һыу буйлап йөк ташыуҙы үҫтерергә, республикала суднолар ремонтлау заводын, суднолар йөрөтөүҙе, йылға флотын тергеҙергә планлаштырабыҙ. Бер-бер артлы быларҙың барыһын да тормошҡа ашырырбыҙ», - тип билдәләне Хәбиров.

Йылға навигацияһын эшләтеп ебәреү өсөн ҙур эш башҡарылды - оҙаҡ ваҡыт үткәс Өфөнән һыу буйлап биш диңгеҙгә юл асылды, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы. Шулай уҡ Хәбиров Кама эске һыу юлдары бассейны хакимиәтенә һәм уның етәксеһе Сергей Сергеевҡа ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: