Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар үҙебеҙҙең алманы ашаясаҡ

Киләсәктә емештәр тағы ла күберәк булыр

Уҡыусылар  үҙебеҙҙең алманы ашаясаҡ
Уҡыусылар үҙебеҙҙең алманы ашаясаҡ

Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк етәксеһе 11 районда уҡыу йорттарының ашханаларында Шишмә йәшелсә-емеш питомнигынан алмалары барлыҡҡа киләсәген хәбәр итте. 

2019 йылда Шишмә емеш-йәшелсә питомнигын  килешеү нигеҙендә емеш питомнигы совхозы комплексын алды һәм алма баҡсаларын тергеҙә башланы.

Хужалыҡ 100 гектарҙың 80-дә алма баҡсалары ултыртып, 84,4 миллион һум инвестиция һалған. 2034 йылға дөйөм алғанда 600 миллион һум самаһы аҡса һалыу планлаштырыла.

- Киләсәктә бында алманан тыш, ҡара миләш, ҡурай еләге, ер еләге, һырғанаҡ үҫтерергә ниәтләйҙәр, - тип пландары менән уртаҡлашты Радий Хәбиров.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: