

Өлкән быуын кешеләре сәйәхәт итә алһын өсөн йүнәлтелгән программа тураһында Республика менән идара итеү үҙәгендә иҫкә төшөрҙөләр. Быйыл Башҡортостандың иҫтәлекле урындары менән танышырға теләгән 10 мең пенсионер бушлай сәйәхәт итә ала.
Программала ҡатанашыу өсөн https://долголетие.соцтуризмрб.рф сайтында теркәлеп, турға яҙылыу кәрәк. Шулай уҡ ғаризалар ҡала һәм район хакимиәттәрендә ҡабул ителә.
Республика менән идара итеү үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, проект сиктәрендә юл сығымдары, страховка, эсәр һыу, иҫтәлекле урындар буйлап экскурсия, медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙең оҙатыуы түләнә.
Фото: https://vk.com/public212851724?z=photo-212851724_457239129%2Fwall-212851724_54