

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров телеграм-каналда ил президенты Владимир Путиндың Мәскәүҙең Мандрак исемендәге госпиталендә Украинала махсус операция барышында йәрәхәтләнгәндәр менән осрашыу видеоһы төшөрөлгән хәбәр баҫтырып сығарҙы. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, хәрбиҙәр араһында яҡташыбыҙ ҙа бар. «Башҡортостан Республикаһында тыуған, Амур өлкәһенең Благовещен ҡалаһында Алыҫ Көнсығыш дөйөм ғәскәр команда училищеһында уҡыған», тип һөйләне егет.
Радий Хәбиров махсус операцияла ҡатнашыусы яҡташтарына үҙенең ҡарашын белдерҙе.
«Беҙ егеттәребеҙ менән ғорурланабыҙ... Уларҙы юғалтҡанда илайбыҙ... Беҙ һәр саҡ улар, туғандары һәм яҡындары менән буласаҡбыҙ...», - тип яҙҙы республика етәксеһе.