

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов шишәмбе, 31 майҙа, ҡаҙанда 2019 йылдан хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе тормошҡа ашырыу буйынса 2022-2024 йылдарға саралар планына ҡул ҡуйҙы. Документ ике республиканың сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙәге мөнәсәбәттәренә ҡағыла.
Ике республика башлыҡтарының осрашыуында Рөстәм Миңлеханов Радий Хәбировҡа төбәк-ара кимәлдә үҙ-ара файҙалы бәйләнештәрҙе нығытыу мәсьәләләренә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе. Был йүнәлеш «хәҙерге ҡатмарлы шарттарҙа» айырым роль уйнай, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
Радий Хәбиров, саралар планына ҡул ҡуйыуға аңлатма биреп, Башҡортостан менән Татарстандың иҡтисад структураһы буйынса оҡшаш һәм төбәктәр «бер-береһен бик яҡшы тулыландыра», - тине.