

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Сибайҙа 2-4 июндә уҙған, «Урал аръяғы - 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы йомғаҡтары буйынса 107 миллиард һумға килешеүҙәр төҙөлгән.
Бында инвестиция килешеүҙәре һәм хеҙмәттәшлек тураһында документтар, шулай уҡ «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы, «ИнгФуд», «Евродеталь-сервис», «Глобал Фуд Салават-2» предприятиелары, Төркиәнең Nevco холдингы менән үҙ-ара эш итеү сиктәрендәге проекттар ҙа ингән.
Бынан тыш, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ҡулланыусылар йәмғиәттәренең үҙәк союзы менән республикала күмәртәләп аҙыҡ-түлек баҙарын ойоштороу һәм Башпотребсоюз ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларының иҡтисади һәм финанс хәлен үҫтереү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
«Урал аръяғы - 2022» инвестиция һабантуйы - халыҡ-ара мәлдәге сара. Унда 11 илдең вәкиле ҡатнашты. Донъялағы ошондай ябай булмаған шарттарҙа партнерҙарыбыҙ беҙгә килә, шул рәүешле Башҡортостанға, Рәсәй Федерацияһына, шулай уҡ Урал аръяғына ҡыҙыҡһыныу раҫлай. Быйыл беҙ 107 миллиард һумлыҡ 28 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙыҡ», - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһы премьер-министры Андрей Назаров.
Билдәләнеүенсә, республика агросәнәғәт комплексы предприятиеларының һәм Төркиәнең «Генезис Агро Трейд» компанияһының үҙ-ара эш итеү линияһы буйынса Башҡортостан иҡтисадына инвестициялар суммаһы 1,6 миллиард һум тәшкил итәсәк.