Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
5 Июнь 2022, 06:29

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районына һабантуй үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе

Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған.

Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районына һабантуй үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙеБашҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районына һабантуй үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе
Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районына һабантуй үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районына күләмле һабантуй үткәргән өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Был ысын һабан байрамы булды. Яҡташтар менән уны үткәреү айырыуса күңелле ине. Барыһы ла бала саҡ хәтирәләрендәге кеүек ихлас үтте. Һабантуйға сит ил партнерҙарыбыҙҙы ла алып килдек. Уларға Урал аръяғының иҡтисады, шулай уҡ мәҙәниәт өлкәһендә мөмкинлектәребеҙҙе күрһәттеләр. Баймаҡ районында ул бик сағыу күренә. Урындағы ҡымыҙҙан һәм үҙебеҙҙең милли ризыҡтарыбыҙҙан ауыҙ иттек, уҡтан аттыҡ, бүрәнәләрҙә алыштыҡ. Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған. Сараға килгән ҡунаҡтар бик ҡәнәғәт ҡалды. Киләһе йылда инвестиция һабантуйының икенсе блогын Хәйбулла районында уҙғарырбыҙ», - тип яҙҙы Андрей Назаров үҙенең телеграммаһында.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 һәм 4 июндә Сибайҙа «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы үтте.

"Башинформ".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас