Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Июнь 2022, 15:21

Республикала ҡойма ямғырҙар арҡаһында биш йылғаның ярҙан сығыуы ихтимал

Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында иҫкәрттеләр.

Республикала ҡойма ямғырҙар арҡаһында биш йылғаның ярҙан сығыуы ихтималРеспубликала ҡойма ямғырҙар арҡаһында биш йылғаның ярҙан сығыуы ихтимал
Республикала ҡойма ямғырҙар арҡаһында биш йылғаның ярҙан сығыуы ихтимал

Башҡортостанда дала һәм тау йылғалары кимәленең ҡапыл күтәрелеүе фаразлана. Каспий диңгеҙенән циклон алып килгән ҡойма ямғырҙар арҡаһында һыу күтәрелеүе ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

Билдәләнеүенсә, кимәлдең күтәрелеүе 9-14 июндә көтөлә. Шулай уҡ Йүрүҙән, Әй, Эҫем, Инйәр һәм Ләмәҙ йылғалары ярҙарынан сығыу хәүефе бар. Билдәләп үтергә кәрәк, бер аҙнала республика территорияһында яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһы яуған. Ямғырҙар иһә 10 июнгә тиклем дауам итәсәк. Синоптиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, шул саҡта ғына циклон төбәктән ситкә сығып китәсәк.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡотҡарыусылары һыу кимәле күтәрелгәндә һәм йылғалар һыубаҫар туғайға сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрҙө. Тәү сиратта эвакуацияланған урынды белергә, кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙе әҙерләргә, электр приборҙарын һүндерергә, әйберҙәрҙе өҫкө ҡатҡа күсерергә һәм, иң мөһиме, паникаға бирелмәҫкә кәрәк.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас