+24 °С
Ямғыр


Башҡортостанда «Әсәлек даны» миҙалына лайыҡ булған күп балалы әсәләргә 50-шәр мең һум түләнә. Төбәк башлығы бер тапҡыр бирелә торған түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Бынан алда миҙал менән бергә 17,2 мең һум түләнде. «Әсәлек даны» миҙалы менән биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙар наградлана. Улар башҡа критерийҙарға тап килергә тейеш, улар араһында сәләмәт йәшәү рәүеше һәм балалар тәрбиәләүгә яуаплы мөнәсәбәт. Указ 2022 йылдың 1 ғинуарынан үҙ көсөнә инде тип иҫәпләнә.