Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
13 Июнь 2022, 15:57

Ҡырымда ике бала өрөп тултырмалы матраста асыҡ диңгеҙгә ағып киткән

Тәфтишселәр Ҡара диңгеҙҙә балаларҙың һыу инеү осрағында «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Ғәҙәттән тыш хәл 12 июндә  Ҡырымда Сакс районында булған. Ике бәләкәй баланың ата-әсәһе ҡарамағанлыҡтан (4 йәшлек малай менән 5 йәшлек ҡыҙ) матрасҡа ултырып асыҡ диңгеҙгә ағып киткәндәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,  кескәйҙәр һәләк булған. Был хаҡта дүшәмбе, 13 июндә, Тәфтиш комитетының төбәк буйынса Тәфтиш идаралығы сайтында хәбәр ителә.

Тәфтишселәр Ҡара диңгеҙҙә балаларҙың һыу инеү осрағында «Һаҡһыҙлыҡ арҡаһында үлемгә дусар итеү» факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. 

Читайте нас