

«Әлеге йөҙләгән киң мәғлүмәт саралары — республика һулышын күҙәткән сәйәси- ижтимағи гәзиттәребеҙ ҙә, балалар яратҡан «Аҡбуҙат» та, хикмәтле мәрәкәләр тулы «Һәнәк» тә — ошо бер баҫманан башланды», — тип билдәләй үҙ сәхифәһендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.
Башҡорт ижтимағи ойошмаһы вәкиле башҡорт телендәге матбуғаттың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды: яҙмаларыбыҙ ябай мәғлүмәт сараһы ғына түгел, тыуған телде һаҡлау һәм үҫтереү ысулы ла.
«Мәктәп уҡытыусыһы балаларға телебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ тураһында мәғлүмәт бирһә, журналистың һүҙе беҙҙең үҙебеҙҙе тәрбиәләй, телебеҙҙе ҡәҙерләргә өйрәтә, телебеҙҙе заманаға ярашлы камиллаштыра», — ти Юлдаш Мөхәммәт улы.
Мәҫәлән, егерме йыл элек яңы бәйләнеш саралары менән килгән «сәхифә», «һылтанма» йәки «кеҫә телефоны» һүҙҙәре телебеҙҙә журналист хеҙмәте менән лайыҡлы урын алды.
«Беҙ милли матбуғатҡа яҙылырға һәм уны уҡырға тейешбеҙ. Ошо ғәмәлгә әйҙәүҙе бурысым күрәм һәм бөтөн дуҫтарыбыҙҙы милли баҫмаларға яҙылырға әйҙәйем», — тип мөрәжәғәт итә Юлдаш Йосопов.