Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
14 Июнь 2022, 11:43

Тамырым – башҡорт!

Балалар» төбәк-ара форум-күргәҙмәһе асылды. Форум ябылған көндә ҡатнашыусылар Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән осрашты.

Өфөлә 31 майҙан 7 июнгә тиклем үткән «Тамырым – башҡорт» төбәк-ара балалар-үҫмерҙәр форумына йомғаҡ яһалды. Мәктәп уҡыусыларын этномәҙәни, гражданлыҡ-патриотик рухта тәрбиәләүгә йүнәлтелгән сара Силәбе, Ырымбур, Төмән, Свердловск, Ҡурған өлкәләренән һәм Пермь крайынан 60 үҫмерҙе берләштерҙе.

Йәш делегаттар «Ғарипов уҡыуҙары» республика конкурсында, «Белем» төбәк-ара мәғариф фестивалендә, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантта һәм башҡа ижади ярыштарҙа, олимпиадаларҙа еңеүҙәре һәм әүҙем ҡатнашҡандары өсөн юлламалар менән бүләкләнде.

Мәҙәни программа сиктәрендә балалар республика музейҙарында экскурсияла булды, Өфө театрҙарында спектаклдәр ҡараны. Шулай уҡ форум сиктәрендә һөнәри йүнәлеш биреү эше, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығында булыу, популяр башҡорт сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары менән интерактив, «Тамыр» балалар телеканалының тапшырыуын төшөрөүҙә ҡатнашыу ойошторолдо. Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Рәсәй Федерацияһы субъекттарынан мәктәп уҡыусылары «Арт-ҡоролтай. Балалар» төбәк-ара форум-күргәҙмәһе асылды. Форум ябылған көндә ҡатнашыусылар Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Азат Бадранов менән осрашты. Сара Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында уҙҙы, унда делегаттар һигеҙ көн буйына йәшәне.

«Республика бөгөн бик йылдам үҫешә, киләсәккә йүнәлтелгән проекттар тормошҡа ашырыла. Сығымдар йәһәтенән, мәҫәлән, Шүлгәнташ музейы урынына Өфөлә сауҙа үҙәктәре төҙөй алыр инек, әммә был проект – беҙҙең киләсәгебеҙ. Альбанов исемендәге музей менән дә шундай уҡ хәл. Был музей республикалағы иң йәш музейҙарҙың береһе. Ул тарихы менән үҙенсәлекле. Музейға барғандан һуң роман уҡырһығыҙ йәки «Ике капитан» киноһын ҡарарһығыҙ, тип ышанам. Бөйөк кешеләр тураһындағы тарихи факттар ҙур ҡаҙаныштарға һәм батырлыҡтарға илһамландыра», - тине Азат Бадранов.

Осрашыу аҙағында Азат Бадранов легендар башҡорт осоусыһы Муса Гәрәев тураһында китап бүләк итте, балаларға тыуған республикаһы менән бәйләнештәрен өҙмәҫкә, туғандары һәм дуҫтары менән Башҡортостанға йышыраҡ килеүҙәрен теләне.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Читайте нас