+21 °С
Болотло


Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2020 йылда башланған төҙөкләндереү һөҙөмтәһендә Ҡашҡаҙан Рәсәйҙә һыуҙағы иң яҡшы парктарҙың береһенә әүерелде. Бында инженер коммуникациялары үткәрелгән, яр буйы төҙөкләндерелгән, пирстар ҡоролған, ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртылған.
Бынан тыш, паркта амфитеатрҙар, ял итеү зоналары, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системалары барлыҡҡа килгән, ә күл үҙәгендә - заманса музыкаль фонтан.