Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
15 Июнь 2022, 04:12

Хәҙер уларға ла субсидия бирелә

Бының өсөн нимә эшләргә кәрәк? 

Хәҙер уларға ла субсидия биреләХәҙер уларға ла субсидия бирелә
Хәҙер уларға ла субсидия бирелә

Башҡортостан хөкүмәте ултырышында күсмә сауҙа алып барыу өсөн махсус автотранспорт һатып алыуға субсидиялар биреү мәсьәләһе тикшерелде. Премьер-министр Андрей Назаров фекеренсә, был ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларына ярҙам итеүгә йүнәлтелгән көрсөккә ҡаршы сара буласаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан халҡының 40 проценты тиерлек ауылда йәшәй, шул уҡ ваҡытта төпкөлдә урынлашҡан ауылдар  сауҙа хеҙмәтләндереүе менән солғап алынмаған. Шуға күрә халыҡты кәрәкле тауарҙар һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү мөһим социаль бурыс булып тора. Күсмә сауҙаны автокибеттәр ярҙамында үҫтереү иң ҡулай ҡарар булып тора. Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 15 мең саҡрымдан ашыу оҙонлоҡтағы 220-нән ашыу маршрутты тәьмин итеү өсөн беренсе этапта кәмендә 12 автолавка кәрәк.

Субсидия биреү тәртибе махсус ҡарарҙа нығытыла, 5 йыл дауамында сауҙа хеҙмәтләндереүе булмаған ауылдарҙа күсмә сауҙа алып барыу аҡса биреү шарттарының береһе буласаҡ. Был Башҡортостандың 33 меңдән ашыу кеше йәшәгән 350 ауылда йәшәү сифатын яҡшыртырға, 25-тән ашыу яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирергә тейеш.

Әйткәндәй, был төҙөлөштәр “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты ярашлы башҡарыла.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас