

Республиканың 5,4 мең самаһы кешеһе «Демография» милли проектының «Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү» федераль проекты сиктәрендә бушлай ҡайтанан әҙерлек йәки квота буйынса профессиональ әҙерлек үтә ала, тип хәбәр итә төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
1,3 меңдән ашыу һөнәри белем биреү һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары иҫәпләнә.
Быйыл программала ҡатнашыу һәм яңы һөнәр үҙләштереү йәки өҫтәмә профессиональ белем алыу 50 йәшкә тиклемге граждандар, пенсия алды йәшендәге кешеләр, өс йәшкәсә бала ҡарау буйынса отпускыла булған йәш әсәләр, хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тормаған һәм мәктәпкәсә йәштәге балаһы булған ҡатын-ҡыҙҙар, 35 йәшкә тиклемге йәш кешеләр менән бер рәттән эшһеҙ, мәшғүллек хеҙмәте органдарында теркәлгән һәм эштән китеү хәүефе булған хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша ала. Унда ҡатнашыуға ғариза биреү шарттары ябай - «Рәсәйҙә эш» порталында теркәлергә кәрәк.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан