Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
16 Июнь 2022, 05:13

Ауылда йорт һалырға теләһәң

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин шәп яңылыҡҡа ҡул ҡуйҙы. 

Ауылда йорт һалырға теләһәңАуылда йорт һалырға теләһәң
Ауылда йорт һалырға теләһәң

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ауыл ерендә йорт төҙөү йә  һатып алыу өсөн ташламалы ипотека кредиттары буйынса ставкаларҙы субсидиялауға өҫтәмә 7 миллиард һум бүлеп биреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Бүлеп яҙылған сумманың яртыһы 17 мең ғаиләгә 3 йыллыҡ процентка тиклем ташламалы ставка буйынса яңы кредиттар алырға мөмкинлек бирәсәк. 

Ҡалған өлөшө 2020-21 йылдарҙа яҙылған 97 мең кредитты субсидиялауға тотоноласаҡ. Был кредит рәсмиләштергән кешеләр өсөн ташламалы ставканы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.

«Ауыл ипотекаһы» программаһы «Ауыл территорияларын комплекслы үҫтереү» дәүләт проетктына ярашлы 2020 йылдан ғәмәлгә ашырыла. Уның ярҙамында граждандар ауыл ерендә шәхси йорт һатып алыуға йә иһә төҙөүгә 3 йыллыҡ процентка тиклем ташламалы ставка өсөн кредит рәсмиләштерә ала.

Ташламалы ауыл ипотекаһы механизмы Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн дә бик мөһим. Тулы хоҡуҡлы банкылар үткән йылда 5,7 миллиард һумлыҡ 3 мең кредит биргән. Бындай ярҙам буйынса республика икенсе йыл рәттән Рәсәйҙә беренсе урынды алып тора. Был иһә Владимир Путин ғәмәлгә ҡуйған "Ауыл хужалығы" проектына ярашлы башҡарыла.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас